09:07 (UTC+5), 18 Мая 2017

Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарар проекты ҡабул ителде.
Башҡортостан Хөкүмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, документҡа ярашлы, хеҙмәт хаҡының артыуы бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең түбәндәге категорияларына ҡағыла:
мәктәп уҡытыусыларына — Башҡортостандағы уртаса хеҙмәт хаҡынан 100 процентҡа тиклем;
балалар баҡсаларындағы педагогия хеҙмәткәрҙәренә — Башҡортостандағы дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡынан 100 процентҡа тиклем;
балаларға өҫтәмә белем биреү педагогтарына — республика уҡытыусыларының уртаса хеҙмәт хаҡынан 95 процентҡа тиклем;
һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына һәм производствола уҡытыу мастерҙарына — республикалағы уртаса эш хаҡынан 95 процентҡа тиклем;
юғары һөнәри белем биреү уҡытыусыларына — төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡынан 180 процентҡа тиклем;
мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә — республикалағы уртаса эш хаҡынан 90 процентҡа тиклем;
ғилми хеҙмәткәрҙәргә — Башҡортостандағы уртаса хеҙмәт хаҡынан 180 процентҡа тиклем;
табиптарға — республикалағы уртаса айлыҡ эш хаҡынан 180 процентҡа тиклем;
урта медицина персоналына — республикалағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан 90 процентҡа тиклем;
кесе медицина персоналына — төбәктәге уртаса айлыҡ эш хаҡынан 80 процентҡа тиклем;
социаль хеҙмәткәрҙәргә — республикалағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан 80 процентҡа тиклем;
етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль хеҙмәттәр күрһәткән педагогия хеҙмәткәрҙәренә — Башҡортостандағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан 100 процентҡа тиклем.
Күрелгән саралар мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләгән 142 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең матди хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика