03:57 (UTC+5), 17 Май 2017

Республикала 50 иң яҡшы күп фатирлы йорт иғлан ителде

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Иң яҡшы күп фатирлы йорт»-2016 республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Дөйөм алғанда, 50 йорт иң яҡшыһы тип танылды.
Конкурста Башҡортостандың 18 муниципаль район һәм ҡала округынан бөтәһе 143 күп фатирлы йорт буйынса материал тапшырылды.
Иң яҡшы күп фатирлы йорт исеменә дәғүә итеүселәр бер нисә критерий буйынса баһаланды. Улар араһында – йорт ишеге тирәһен биҙәү һәм таҙа тотоу, конструкция элементтарының, баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡтарҙың, инженер селтәрҙәренең һәм йорт алдының техник торошо, энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары менән дөйөм ҡулланыштағы урындарҙы яҡтыртыу, инвалидтар һәм йөрөй алмаған кешеләр өсөн ҡулайламаларҙың барлығы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарының йыһазланыуы, йорт эргә-тирәһен биҙәү һәм уны таҙа тотоу.
Күп фатирлы йорт советы рәйесе йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесе йөҙөндә конкурс еңеүселәре Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының дипломдары һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк.
Конкурстың шарттары буйынса, бүләк йортто һәм ихатаны ҡарауға йүнәлтелергә тейеш. Торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарарына ярашлы, алған аҡсаның 10 процентына тиклемге өлөшөн премия сифатында күп фатирлы йорт советы йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесенә түләргә мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика