05:59 (UTC+5), 17 Мая 2017

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проекты ғәмәлгә ашырыла башланы

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда Өфө агломерацияһының автомобиль юл селтәрен йүнәтеү буйынса саралар планын ғәмәлгә ашырыу башланды. 2025 йылғаса иҫәпләнгән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө федераль проектында республиканың ҡатнашыуы ярҙамында ошоға өлгәшеп булды.
Өҫтөнлөклө проектҡа 34 төбәк инде. Программа 2025 йылға тиклем йыл һайын федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һум һәм шундай уҡ күләмдә төбәк бюджетанан өҫтәмә финанслауҙы күҙаллай. Тотош осорға аҡсаның дөйөм күләме – 18 миллиард һум.
Алдағы ике йылда авария-хәүефле юл участкаларында юл шарттарын яҡшыртыу буйынса саралар күҙалланған. Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленәсәк. Атап әйткәндә, һүҙ светофорҙар, юл билдәләре, ҡоймалар, тротуар һәм йәйәүлеләр ҡоймаларын ҡуйыу хаҡында бара.
Йүнәтеләсәк тәү сираттағы участкалар һайлауҙа өҫтөнлөк емерелгән һәм тейешле нормативтарға тап килмәгән урам һәм автомобиль юлдарын анализлау һәм баһалау нигеҙендә бирелгән, тип айырып әйттеләр Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитетында.
Тик Өфөлә генә быйыл 29 урам йүнәтеләсәк, йыш юл-транспорт фажиғәһе булған 20 урын бөтөрөләсәк. Юл фажиғәләре Октябрҙең 50 йыллығы һәм Пархоменко, Әй – Киров, Әй – Революция, Зорге – Кадомцевтар, Комсомол – Сәйет Ғәлиев бульвары, Жуков – Бикбай, Жуков – Королев, Беренсе май – Гончаров, Пушкин – Карл Маркс урамдары кеүек юл киҫелешендә йыш осрай.
2017 йылда ремонт эштәре ошо урамдарҙа күҙалланған: Жуков урамы – 4 саҡрым, Сельская Богородская – 5,5, Трамвай – 4,5, Салауат Юлаев проспекты – 5,5, Октябрь проспекты – 2,5, Цюрупа – 2,5, Интернациональ – 4, Ульяновтар – 3,4, Вологод – 3,1, Сосновский – 3,1, Сипайлово урамы – 3 саҡрым.
Өфө агломерацияһының муниципаль-ара һәм төбәк юл селтәрҙәренә килгәндә, бында авариялар йыш осраған 10 урынды һәм 39 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана. Былл маҡсатҡа 500 миллон һум талап ителәсәк, 467,8 миллион һумы юл ҡатламын йүнәтеүгә тура киләсәк.
Бынан тыш, программаға Өфө агломерацияһы биләмәһе аша үткән федераль тәғәйенләнештәге 278 саҡрым юл инәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика