11:37 (UTC+5), 16 Мая 2017

Төбәктә Өфө агломерацияһы юлдарының яртыһынан ашыуы төҙөкләндереләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә 2018 йылға проектҡа индерелгән Өфө агломерацияһы юлдарының яртыһынан ашыуын ремонтлау күҙаллана.
Шулай уҡ юлдарҙа авариялар йыш теркәлгән урындарҙың һанын кәм тигәндә яртылаш кәметеү ҡаралған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө агломерацияһы (Өфө һәм яҡын-тирәләге Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Шишмә райондары) «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектына индерелде, уның сиктәрендә иң тығыҙ магистралдәрҙе төҙөкләндереү һәм реконструкциялау күҙаллана. Был программаға Рәсәйҙең 34 төбәге ингән.
Программа 2025 йылға тиклем йыл һайын республикаға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һум аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тота. Төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан да ошондай уҡ күләмдә берлектә финанслау ҡаралған.
Бөтә осор өсөн аҡсаның дөйөм күләме 18 миллиард һум тәшкил итәсәк. Быйыл программаны ғәмәлгә ашырыуға федераль ҡаҙнанан — 1 миллиард, республика бюджетынан — 951,31 миллион, Өфөнән иһә 48,69 миллион һум бүленгән.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, объекттарҙы программаға индереү принцибы тәү сиратта «маятник» хеҙмәт миграцияһы юлдарында, шулай уҡ иң тығыҙ урамдарҙа хәрәкәтте яҡшыртыуға нигеҙләнгән.
Шуға күрә программа сараларының объекттар исемлегенә Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Шишмә райондары биләмәләрендәге проблемалы участкалар индерелгән.
Шуның менән бергә баш ҡалабыҙға — Өфө агломерацияһы үҙәгенә төп баҫым яһалған. Шуға ярашлы, бүленгән аҡсаның байтаҡ өлөшө Өфө юлдарына йүнәлтелә. 2017-2018 йылдарҙа был 3,2 миллиард һум, йәғни аҡсаның 79 проценты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика