07:52 (UTC+5), 16 Мая 2017

Республикала вакансияларҙың «хеҙмәт хаҡы» рейтингы баҫылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо йылдың апрелендә вакансияларҙың «хеҙмәт хаҡы» рейтингын иғлан итте.
1 майға республиканың вакансиялар банкында 39,4 мең эш урыны иҫәпләнгән. Шуларҙың 86 проценты — даими эш урындары.
Вакансияларҙың 43 процентында тиерлек хеҙмәт хаҡы кимәле 20 мең һумдан ашыуыраҡ булған. Бер йыл элек бындай вакансиялар 10 процентҡа аҙыраҡ ине. Вакантлы урындарҙың 39 проценты 10-20 мең һумлыҡ эш хаҡын күҙ уңында тота.
Республиканың вакансиялар банкындағы эш урындарының туғыҙ проценты өсөн йәшәү минимумынан аҙыраҡ эш хаҡы билдәләнгән.
Дөйөм алғанда, 2017 йылдың дүрт айында республикалағы эш биреүселәр мәшғүллек хеҙмәтенә 83 мең буш эш урыны булыуы хаҡында мәғлүмәт биргән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл февралдә Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 26 998 һумға еткән.
Республикала апрель айы өсөн эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4030 һум тәшкил итә.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 8869 һумға тиң.
2017 йылдың I кварталында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,948 миллиондан ашыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика