02:29 (UTC+5), 16 Май 2017

Өфөлә эшһеҙҙәр кәмей – мәшғүллек хеҙмәте

Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йыл башынан Өфөлә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 300-ҙән ашыу кешегә кәмегән һәм бөгөнгө көнгә алты мең самаһы тәшкил итә. Мәшғүллек хеҙмәтендә Өфөнән бөтәһе 6,4 мең кеше иҫәптә тора.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәле лә 1,03 проценттан 0,97-гә ҡәҙәр кәмегән, тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына Өфө Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Вакантлы эш урындарының иҫәбе йыл башы менән сағыштырғанда 11,3 меңдән 15 меңгәсә артҡан.
Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты йәғни мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең буш вакансиялар һанына нисбәте 0,43 процентҡа тиң. Йыл башында был күрһәткес Өфөлә 0,6 процентҡа етә ине.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда май башына мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған 23,6 мең эшһеҙ иҫәпләнгән. Республиканың вакансиялар банкында 39,4 мең эш урыны хаҡында мәғлүмәт бар.
Көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙҙәрҙең буш вакансиялар һанына нисбәте 0,7 процентҡа тиң ине. Төбәктә май башына теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,17 процент тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика