17:17 (UTC+5), 15 Мая 2017

Төбәк аграрийҙары планлаштырылған майҙандарҙың яртыһынан ашыуында сәсеүҙе тамамлаған

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 1,092 миллион гектар ерҙә сәсеү эштәре башҡарылған. Был — планлаштырылғандың 51 проценты. Әле иң юғары эш темптары Әлшәй, Әбйәлил, Илеш, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Саҡмағош, Дәүләкән, Мәләүез, Туймазы, Учалы һәм Шаран райондарында күҙәтелә.
Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 823 мең гектар майҙанда сәселгән, был пландың 57 процентын тәшкил итә. Шуның 372 мең гектарында бойҙай урын алған, был — планда билдәләнгәндән 55 процент.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, үткән ял көндәрендә яҙғы сәсеү буйынса артым 13 процент, йәғни 276 мең гектар булған.
Республиканың 23 районында борсаҡ, 18-ендә — һоло, бишәүһендә — көнбағыш, дүртәүһендә — арпа, берәүһендә шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланған.
Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна ашлыҡ, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тоннаға яҡын көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
2020 йылға төбәктә игендең уңышын 4,2 миллион тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика