07:06 (UTC+5), 15 Мая 2017

Республикала тәүге бала тыуғанда «торлаҡ» түләүенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 15 майҙан Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәүге бала тыуғанда ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бындай түләүгә ике меңдән ашыу ғаилә дәғүә итә ала.
Март айында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу өсөн демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Социаль түләү 35-тән уҙмаған, республика хөкүмәте билдәләгән тәртиптә торлаҡҡа мохтаж тип табылған, 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем беренсе балалары донъяға килгән ғаиләләргә бирелә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика