02:07 (UTC+5), 15 Май 2017

Инвестиция мөхите буйынса йәмәғәт советы ултырышында бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа милек менән ярҙам итеү сараларын тикшерҙеләр

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 12 майҙа төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үткәргән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына милек менән ярҙам итеү саралары тикшерелде.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан – дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса алдынғылар иҫәбендә, тип билдәләне төбәк Башлығы.
- Республикала инвестиция мөхите торошона йәмәғәтселек баһаһы йомғаҡтары буйынса ла беҙ яҡшы һөҙөмтәләргә эйә. Дөйөм алғанда, инвестиция эшмәкәрлеге беҙҙә әлегә һәйбәт үҫешә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тимәк, нығырыҡ көс һалырға, тырышып эшләргә кәрәк. Атҡара алмаҫлыҡ нәмәләр юҡ. Был эшкә ныҡлап, күмәкләп тотонһаҡ, һуңғы ике-өс йылдағы кеүек үк ошолай дауам итһәк, һөҙөмтәләр яҡшы буласағына инандыҡ.
Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына милек менән ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләне.
Атап әйткәндә, төбәк Башлығының йөкләмәһе буйынса 2017 йылдың аҙағына тиклем ер участкаларын уларҙың кадастр хаҡынан 50 процент күләмендә льготалы һатып алыу ваҡыты оҙайтылған. Ике йыл эсендә республикала 4 меңдән ашыу ер участкаһы һатып алынған. Хәҙерге динамиканы иҫәпкә алып, ошо сараны 2018 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителгән.
Тағы ла бер ярҙам йүнәлеше – төп бурысты ҡаплағанда ҡуртымға түләүҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пеняларҙы иҫәптән сығарыу. 2016 йылдан бурыслылар 140 миллион һум пеняларҙы иҫәптән сығарыу хоҡуғын алыу өсөн республиканың тупланма ҡаҙнаһына 211 миллион һум күләмендә төп бурысты ҡаплаған. Евгений Гурьев билдәләүенсә, 2017 йылдың тәүге ярты йыллығында иҫәпләнгән пеняларҙың 75 процентын һәм икенсе ярты йыллыҡта 50 процентты иҫәптән сығарырға мөмкин.
Вице-премьер әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ өлөшө күсемһеҙ милек объекттарын ҡуртымға биреү буйынса дәүләт ярҙамына ҡағыла.
Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡуртымға биреү өсөн тәҡдим ителгән буш майҙансыҡтар һәм дәүләт, муниципаль сектор предприятиеларының ҡеүәттәре тураһында мәғлүмәттәр баҫыла.
- Документтар ҡабул итәбеҙ, ташламалар индерәбеҙ, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йүнәлеше буйынса эш алып барабыҙ, ә ул киңәймәй, беҙгә кәрәкле кимәлдә үҫешмәй, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев фекеренсә, төп проблема ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы муниципаль кимәлдә башҡарыуға ҡайтып ҡала. Эшҡыуарҙар урындарҙа ер менән идара итеүҙә артыҡ бюрократия менән осраша. Мәсьәләләрҙе хәл итеү оҙаҡҡа һуҙыла, суд процестарына ҡәҙәр барып етә.
- Муниципалитет башлыҡтарының ошо йәһәттән үҙ агрументтары барҙыр, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәтенә республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Муниципаль берәмектәр советы менән берлектә урындағы кимәлдәге хәлде тикшерергә ҡушып.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика