08:26 (UTC+5), 15 Мая 2017

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республикала апрель айы өсөн эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләмен иғлан итте. Март менән сағыштырғанда ул бер аҙ артҡан һәм 4030 һумға еткән.
Пособие күләменең иң аҙы — 977, 5, иң күбе 5635 һумға тиң.
«Әле республикала 7,9 мең кеше — минималь, 13 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ максималь пособие ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Май башында Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәтендә 23,6 мең кеше иҫәптә торған. Республиканың вакансиялар банкында 39,4 мең эш урыны хаҡында мәғлүмәт булған.
Көсөргәнешлек коэффициенты — 0,7. Ағымдағы йылдың май башына төбәктә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,17 процент тәшкил иткән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл февралдә Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 26 998 һумға еткән.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 8869 һумға тиң.
2017 йылдың I кварталында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,948 миллиондан ашыу.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, эшһеҙҙәр һаны 115 мең кеше тәшкил итә.
Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,9 процентҡа тиң.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика