Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Май 2017, 17:40

Төбәктә яуған ямғырҙар сәсеү эштәренә йоғонто яһай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала яуған ямғырҙар сәсеү эштәренә йоғонто яһай. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә республиканың 19 районында күрһәткестәр уҙған көндәге кимәлдә ҡалған. Сәсеү эштәренең дөйөм артымы ике процент тәшкил иткән, был — 45 мең гектар.
Әле төбәктә 816 мең гектар ерҙә сәсеү эштәре башҡарылған, был планға ҡарата 38 процент тәшкил итә. Шуларҙың 626 мең гектарында, йәғни планлаштырылғандың 43 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән.
Бөгөнгә яҙғы сәсеү буйынса иң юғары эш темптары Әбйәлил һәм Әлшәй райондарында күҙәтелә, аграрийҙар тәғәйенләнгән майҙандарҙың яртыһынан ашыуында сәскән дә инде.
Читайте нас: