02:57 (UTC+5), 12 Мая 2017

Республикала иртә иген культураларын сәсеү тамамлана

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары иртә иген культураларын сәсеүҙе тамамлай. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 11 майҙа борсаҡты – Әбйәлил, Бүздәк һәм Шишмә райондары, һолоно – Әбйәлил һәм Хәйбулла, көнбағышты Әбйәлил һәм Илеш райондары сәсеп бөттө. Уларҙы иҫәпкә алғанда борсаҡты – 19, һолоно – 10, көнбағышты өс район аграрийҙары сәсеүен тамамланы.
Төбәктә 771 мең гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған, йәғни пландың 36 проценты үтәлгән. Уларҙың 596 мең гектары яҙғы бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә. Ул планлаштырылған күләмдән 41 процент тәшкил итә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса 2017 йылға стратегик план ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмен байтаҡҡа арттырыуҙы күҙаллай. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйырға ниәтләй.
2020 йылға төбәктә иген уңышын 4,2 миллион тоннаға еткереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика