06:11 (UTC+5), 12 Мая 2017

Башҡортостандың Рәсәй инвестиция рейтингында тәүге унау иҫәбенә инеүе ихтимал

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан 2017 йылда Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге унау иҫәбенә инер, моғайын. Был хаҡта Стратегик башланғыстар агентлығының корпоратив директоры Елена Мякотникова Өфөлә үткән Петербург иҡтисади форумы сессияһында белдерҙе. Рейтинг рәсми рәүештә 1-3 июндә Петербург форумында иғлан ителәсәк, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
«Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ өсөн шарттарҙы яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарҙы, – тип һөйләне Елена Мякотникова сессияның пленар ултырышында. – Яҡынса алғанда, Башҡортостан позицияларын ике тапҡырға яҡшыртып, рейтингта тәүге унау исемлегенә инде. Беҙ әле һөҙөмтәләрҙе барлайбыҙ». Рейтинг рәсми рәүештә иғлан ителмәгәнлектән, республика хөкүмәте вице-премьеры Евгений Гурьев был мәғлүмәткә аңлатма биреп торманы, бары тик «Беҙ лайыҡлы урын алырға иҫәп тотабыҙ» тип белдерҙе, ләкин Башҡортостан Башлығының тәүге унау иҫәбенә инеү бурысын ҡуйғанын иҫкә төшөрҙө.
Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы – дүрт эшлекле берекмәнең (Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Эшлекле Рәсәй» һәм «Рәсәй терәге») һәм Стратегик башланғыстар агентлығының берлектәге проекты. Тәүге тапҡыр ул Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2015 йылда төҙөлгәйне. Рейтинг иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә һәм уларҙы башҡа төбәктәргә таратырға булышлыҡ итә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика