06:21 (UTC+5), 11 Мая 2017

Төбәктә тере балыҡ баҙарҙарын үҫтерергә ниәтләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда тере балыҡ баҙарҙарын төҙөү күҙаллана. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәтенең премьер-министры ҡул ҡуйҙы. Проектты Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты әҙерләй.
Документта 2017-2019 йылдарға саралар планы раҫланған. Уны тормошҡа ашырыуҙа Урман хужалығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, муниципалитеттар, «Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы», Башҡортостандың сауҙа ассоциацияһы, «Һынау үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы ҡатнаша.
Тәүге этап түбәндәге ойоштороу эштәрен үҙ эсенә ала: Башҡортостанда балыҡ һәм балыҡ продукцияһын етештереү күләмдәрен, баҙар һыйҙырышлылығын билдәләү, республиканың балыҡ баҙарын тикшереү, мәғлүмәт йыйыу, инвесторҙар менән эшләү, продукцияны сауҙа ойошмаларына таратыу.
Икенсе этап тере балыҡ баҙарҙарын төҙөүҙе һәм магазиндарҙа сауҙа нөктәләрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Һуңғы этапта франшиза системаһын әҙерләү һәм индереү, республикалағы балыҡ һәм балыҡ продукцияһын етештереүселәрҙе «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектында ҡатнашыуға йәлеп итеү, «Сауҙа мәктәбе»н уҙғарыу, махсуслаштырылған йәрминкәләр ойоштороу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика