11:34 (UTC+5), 11 Май 2017

Башҡортостанға нефть һәм газ химияһын үҫтереү бурысы тора — Фәрхәд Самедов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 23-26 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар-2017» халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола. Унда Рәсәйҙең 40 төбәгенән һәм 20-гә яҡын сит илдән компаниялар ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың 80 проценты — етештереүсе предприятиелар, тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов. Пленар өлөштә илдең нефть һәм химия сәнәғәтен үҫтереү проблемаларын тикшереү ҡаралған. «Табыу, беренсел эшкәртеү йәһәтенән алдынғы урынды биләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ — нефть һәм газ химияһы өлкәһендә лә ошондай күрһәткестәргә өлгәшеү», — тине вице-премьер.
Форум һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе Өфөлә 25-се тапҡыр үткәрелә. Эшлекле майҙансыҡта ҡатламды һыу ярҙамында емереү технологияһын булдырыу, газ-мотор яғыулығы мәсьәләләре тикшереләсәк. Экспозицияла ҡатнашыусылар алдынғы технологиялар һәм яңы ҡорамалдар менән таныштырасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика