07:47 (UTC+5), 10 Мая 2017

Төбәктә халыҡтың банктағы аҡсаһын иҫәпләнеләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың 1 апреленә ҡарата физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 341,2 миллиард һум тәшкил иткән. Йыл башына үҫеш темптары 101,2 процент булған.
Йыл башында халыҡтың банктағы иҫәбендә 337 миллиард һум иҫәпләнгән.
Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса ағымдағы йылдың 1 апреленә ҡарата физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 24 031,7 миллиард, 1 ғинуарға иһә 24 303,4 миллиард һум тәшкил иткән.
Башҡортостанда бөтәһе 69 кредит ойошмаһы, 1064 банк бүлексәһе эшләй.
Төбәктә эшләгән банк бүлексәләренең һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика