09:45 (UTC+5), 10 Май 2017

Башҡортостанда яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь, энергетика һәм газ хужалығы объекттарын алдағы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү башланды. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Республиканың башҡарма власть органдары һәм ойошмалар етәкселәренә объекттарҙы яңы йылытыу миҙгелендә тотороҡло һәм аварияһыҙ эшләүенә әҙерләү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә, шулай уҡ бының өсөн кәрәкле материалдар, сеймал һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе контролгә алырға ҡушылды.
15 сентябргә тиклем муниципалитет хакимиәттәренә торлаҡ-коммуналь, энергетика һәм газ хужалығы объекттарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙе тамамларға кәрәк. Был хаҡта төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
2017-2018 йылдарҙағы йылытыу осорона 98,36 миллион квадрат метр торлаҡ фондын, 1552 ҡаҙанлыҡ, 4070,4 саҡрым йылылыҡ селтәрен, 14 309,7 саҡрым һыу үткәргес селтәрен һәм 517 үҙәк йылылыҡ пункттарын әҙерләү бурысы тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика