04:22 (UTC+5), 05 Мая 2017

Республикала субсидиялар иҫәпләү өсөн II кварталда торлаҡ «квадрат»ының хаҡы раҫланды

Depositphotos.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты II кварталда ҡала һәм райондарҙа бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәре тураһында бойороҡ сығарҙы. Был күрһәткестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға социаль түләүҙәр иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, Өфөлә йәш ғаиләләргә бүленә торған субсидиялар иҫәпләү өсөн квадрат метрҙың хаҡы 36 132 һум күләмендә раҫланған. Башҡа граждандар категорияһына субсидиялар иҫәпләү өсөн күрһәткес – 37 200.
Башҡа ҡала һәм райондар өсөн күрһәткестәрҙе документта ҡарарға мөмкин. Ауыл муниципалитеттарында «квадрат» өсөн хаҡ 28-30 мең һум, ҡалаларҙа – 27,6 меңдән Ағиҙел һәм 31 меңгә тиклем – Октябрь һәм Стәрлетамаҡ өсөн.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика