Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Май 2017, 14:04

Өфө районында Өршәк йылғаһы аша күпер ябыла

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө районында Фомичев — Булгаков — Федоровка автомобиль юлында Өршәк йылғаһы аша күпер ремонтҡа ябыла. Күпер 2017 йылдың 25 майынан 1 ноябренә тиклем ябыҡ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр муниципалитетта. Эштәрҙең заказсыһы — Өфө районы хакимиәте, подрядсыһы — «Дормост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
25 майға тиклем Шишмә районының Енғалыш ауылы аша ваҡытлыса урау юл һалына, юл билдәләре һәм юл хәрәкәтен ойоштороу схемаһының үҙгәреше күрһәтелгән мәғлүмәт таҡталары ҡуйыла.
Район хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, күперҙә ремонт эштәре Рәсәй Транспорт министрлығының «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу барышында башҡарыла.
Читайте нас: