10:35 (UTC+5), 05 Май 2017

Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла тиерлек сәсеүгә төштөләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Ҡариҙел районынан тыш, Башҡортостандың бөтә райондарында яҙғы сәсеү эштәре бара. Дөйөм сәселгән майҙан 170 мең гектарҙан артҡан, йәғни пландың 10 процент самаһы үтәлгән.
Журналистарға төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта 43 мең гектарҙан ашыу бойҙай һәм 40 мең гектарҙан күберәк арпа сәселгән.
Бынан тыш, республика аграрийҙары көнбағыш, һоло, борсаҡ һәм шәкәр сөгөлдөрө сәсеү менән мәшғүл.
Быйыл, уртаса күп йыллыҡ мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, тотош Башҡортостан буйынса яҙғы баҫыу эштәре 10-14 көнгә һуңлап башланды. Тик 29 апрелдә генә яҙғы баҫыу эштәре әүҙемләште. Былтыр улар ике аҙнаға алданыраҡ башланғайны.
Өҫтәмә туҡландырыу, дым ҡаплау, сәсеү эштәрен бер юлы алып барыу быйылғы яҙғы баҫыу эштәренең үҫенсәлеге булып тора. 2017 йылда 2,158 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу күҙаллана. Ул былтырғыға ҡарағанда 108 мең гектарға күберәк, тип билдәләнеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика