05:44 (UTC+5), 04 Мая 2017

Төбәктә муниципаль-ара кооперация үҫтереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда муниципаль-ара кооперация үҫтереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов эш кәңәшмәһе барышында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, ошондай механизмдар муниципалитеттар үҙаллы башҡара алмаған проекттарҙы бойомға ашырырға һәм бюджет аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, муниципалитеттарҙы берләштереү иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән һәм халыҡҡа ыңғай һөҙөмтәләр бирергә һәләтле.
«Беҙ әлеге проекттар менән ҡыҙыҡһынабыҙ һәм республика ҡаҙнаһынан махсус ярҙамды күҙ уңында тотабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Мәрҙәнов. – Быйыл уҡ республика кимәлендә төп өлкәләрҙәге өс-дүрт әһәмиәтле проектты ғәмәлгә ашырыу бурысын ҡуйғанбыҙ».
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл хужалығы, сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү ошондай тармаҡтар иҫәбендә аталды. Шулай уҡ муниципаль-ара файҙаланыуҙағы социаль-мәҙәни, инженерлыҡ, юл һәм башҡа инфраструктура объекттарын төҙөгәндә лә берләштереү схемаларын ҡулланырға мөмкин.
Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре бөгөндән үк ауыл хужалығы, сәнәғәт, туризм, сауҙа, төҙөлөш, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәһендә 200-ҙән ашыу тәҡдим индерергә әҙер. Министрлыҡ һәм ведомстволар кимәлендә тикшереүҙе иҫәпкә алып, ошо тәҡдимдәрҙең яртыһы тиерлек Башҡортостан Хөкүмәтенә йүнәлтелгән.
Муниципаль-ара кооперацияның өйрәнелгән йүнәлештәренең береһе – кластерҙарҙы үҫтереү. Әле Урал аръяғы биләмәһендә ике туристик-рекреацион кластер буйынса инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. Улар – Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын берләштергән «Бөрйән», шулай уҡ Белорет һәм Әбйәлил райондарын үҙ эсенә алған «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары». Хеҙмәттәшлек тураһында тейешле муниципаль-ара килешеүҙәр төҙөлгән дә инде.
Әлеге ваҡытта Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй һәм Бүздәк райондары биләмәһендә «Асылыкүл» курорт паркы» туристик-рекреацион кластерын булдырыу мәсьәләһе тикшерелә.
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ҙур ағас эшкәртеүсе предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итеү өсөн Төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы биләмәһендә транспорт-логистика үҙәктәрен ойоштороу менән урман сәнәғәте кластерын булдырыу буйынса тәҡдим әҙерләгән.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сауҙа, мәғариф өлкәһендәге башланғыстарҙы ла тикшерҙе. Йыл аҙағына тиклем проект инициаторҙары урындарҙа министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға күсергә тейеш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика