02:05 (UTC+5), 04 Май 2017

Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙамға 30 миллион һум йүнәлтеләсәк

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 2017 йылда ауыл хужалығы етештереү кооперативтарына ярҙамға 30 миллион һум самаһы бүленә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комиссия ултырышында ошондай һандар яңғыраны.
Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында сығыш яһап, республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева төбәктә 2015 йылдан алып кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереү буйынса грант программаһы эшләүе хаҡында һөйләне. Был ваҡыт эсендә дәүләт ярҙамы менән алты кооператив файҙаланды, грант ярҙамының дөйөм суммаһы 31 миллион һумдан күберәк тәшкил итте. Әлеге ваҡытта төбәктә бөтәһе 49 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Уларҙың 32 ысынлап эшләй: 18 тәьмин итеү – һатыу, алты эшкәртеү һәм һигеҙ кредит ойошмаһы.
«Ауыл хужалығы кооперативтары бөгөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр кеүек бөтә төр ярҙам алыуға хоҡуҡлы, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар яғынан ажиотаж юҡ, — ти Ләлә Дәүләтбаева. — Шуға ҡулланыусылар кооперацияһы менән шөғөлләнергә теләүселәргә консультация һәм методик ярҙам күрһәтеү өҫтөндә эшләйбеҙ».
Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенә һәм Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзына башланғыс ойошмаларға методик ярҙам күрһәтеүҙә ҙур роль бүленә. Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгендә проект офисы булдырыу буйынса эш алып барыла, ул «проектты ғәмәлгә ашырыуҙа мәғлүмәти-методик үткәргес» булырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика