12:36 (UTC+5), 03 Мая 2017

Төбәктә халыҡтың аҡсалата килеме билдәле булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат республика халҡының аҡсалата килеме буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. 2017 йылдың I кварталында төбәктә айына йән башына уртаса килем 24 422 һум булған. Ағымдағы йылдың ғинуар-мартында реаль килемдәр үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 95,9 процент тәшкил иткән.
Дөйөм алғанда, 2016 йылда айына йән башына уртаса килем 28 140 һумға еткән.
Бынан тыш, статистар 2017 йылдың ғинуар-март айҙарында халыҡтың һатып алыу һәләтен иҫәпләп сығарған.
Мәҫәлән, ошо аҡсаға айына 81,9 килограмм һыйыр ите (һөйәкһеҙ иттән башҡа), йәки 566,5 килограмм икмәк, йәки 524,5 литр һөт, йәки 578 килограмм шәкәр, йәки 825 килограмм он, йә иһә 1 171,3 килограмм картуф; аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға килгәндә иһә 718 литр бензин, йәки 12 юбка, йәки 11 ирҙәр салбары, йәки 18 ирҙәр күлдәге, йәки 13 ҡатын-ҡыҙҙар блузкаһы һатып алырға мөмкин булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика