09:32 (UTC+5), 03 Мая 2017

Башҡортостан халҡы банктарҙан 19,5 миллиард һумлыҡ кредит алған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Берләшкән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостан халҡы банктарҙан дөйөм күләме 19,496 миллиард һумлыҡ 187 760 кредит алған. Был уҙған йылдың беренсе кварталына ҡарағанда 12 процентҡа күберәк.
Кредит алыу йәһәтенән иң әүҙем 10 төбәк рейтингында республика алтынсы урында тора. Башҡортостан ҡулаҡса менән кредит алыу күләме буйынса ла алтынсы урынды биләй: 12,448 миллиард һумлыҡ 146 меңгә яҡын кредит бирелгән, уртаса чек — 85,26 мең.
Башҡортостан автокредиттар күләме буйынса бишенсе баҫҡыста: 1,7 миллиард һумлыҡ 2,83 мең займ, уртаса чек — 601,1 мең. Банктар республика халҡына күләме 1,8 миллиард һумдан ашыуыраҡ 36 мең кредит картаһы тапшырған, уртаса чек 50 мең тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика