12:00 (UTC+5), 02 Мая 2017

Эшләгән пенсионерҙарға пенсияларҙы индексациялау мәсьәләһе 24 майға тиклем тикшереләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Министрҙар кабинеты башлығы Дмитрий Медведев 24 майға тиклем эшләгән пенсионерҙарға пенсияларҙы индексациялау буйынса мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Был хаҡта 2 майҙа хөкүмәт сайтында баҫылған документта әйтелә.
«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, Дмитрий Медведев, «пенсия түләүҙәре һәм Рәсәйҙең Пенсия фонды менән бәйле хәлде комплекслы анализлауҙан сығып», ошо сараның финанс һәм иҡтисади дәлилдәрен әҙерләргә ҡушҡан.
Бурыс хөкүмәттең 2016 йылдағы эшмәкәрлеген тикшереү йомғаҡтарына нигеҙләнеп төҙөлгән. Бынан алдараҡ Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин эшләгән пенсионерҙарға пенсияларҙы индексациялау бюджетҡа яҡынса 170-200 миллиард һумға төшәсәген белдергәйне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика