08:23 (UTC+5), 28 Апреля 2017

Башҡортостанда һалымдар буйынса бурысты ҡаплау иҫәбенә 10 автомобилгә арест һалынған

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Апрелдә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы дәғүәләре буйынса приставтар мөлкәт һалымдары буйынса бурысты ҡаплау иҫәбенә 10 автомобилгә арест һалған. Машиналар махсус туҡталҡаға эвакуацияланған. Әгәр уларҙың хужалары һалымды түләмәһә, автомобилдәр һатыуға ҡуйыла һәм ошо аҡса бурысты ҡаплау өсөн тотонола.
Һалым идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, 1 апрелгә мөлкәт һалымдары буйынса бурыс 2,8 миллиард һум тәшкил иткән. Шуның 2 миллиарды — транспорт һалымдары буйынса бурыс. «Инспекторҙар һәм суд приставтары бурыстың суммаһын кәметеү өсөн аҡса түләттереү буйынса рейдтар үткәрә. Һөҙөмтәлә йыл башынан бурыс 422 миллион һумға кәмегән», — тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика