02:07 (UTC+5), 28 Апреля 2017

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләмен атаны

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахниева/. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләмен атаны. Март айында ул 4015 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 45 процент тәшкил иткән.
Минималь күләмдә эшһеҙлек буйынса пособие алыусыларҙың өлөшө – 33 процент, ә максималь пособие алыусылар һаны — 51 процент. Минималь пособие күләме – 977,5 һум, максималь күләме 5635 һумға тиң.
Ошо йылдың тәүге өс айында республикала 11,7 мең кеше эшһеҙ статусын алған, ул 2016 йылдың ғинуар-мартына ҡарағанда 19 процентҡа кәмерәк.
2017 йылдың 1 апреленә мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 24,3 мең тирәһе кеше тәшкил иткән. Бер йыл элек төбәктә уларҙың иҫәбе 27,8 мең кешегә еткән.
Рәсәй статистика хеҙмәте ағымдағы йылдың тәүге кварталында уҙғарған мәшғүллек проблемалары буйынса һайланма халыҡты тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса эш көсөнөң иҫәбе 1948,6 мең кеше. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы критерийҙарына ярашлы, уларҙан 1833,5 мең кеше – мәшғүл һәм 115,1 меңе – эшһеҙ граждандар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика