Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2017, 17:18

Төбәк аграрийҙары планлаштырылған минераль ашламаларҙың 70 проценттан ашыуын һатып алған

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары минераль ашламалар һатып алыуын дауам итә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәте буйынса, 42,6 мең тоннаға яҡын ашлама һатып алынған, был — планға ҡарата 71 процент.
Шуның менән бергә Ауырғазы, Бүздәк, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары башҡаларҙан күберәк минераль ашлама һатып алған. Бында һәр гектарға 35,2-43,3 килограмм ошондай ашлама тура килә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик планы 2017 йылға ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Быйыл республика аграрийҙары 3,5 миллион тонна ашлыҡ, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тоннаға яҡын көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
Читайте нас: