05:15 (UTC+5), 27 Апреля 2017

Пассажирҙар һәм йөк ташыусы автомобиль операторҙары яҡын киләсәктә «осоусы» таксиҙы эшләтеп ебәреүҙе өйрәнә

Артём Вәлиев
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артём Вәлиев/. Өфөләге такси саҡыртыу менән мәшғүл халыҡ-ара компания 2020 йылда «осоусы» таксиҙы һынап ҡарарға ниәтләнеүе хаҡында белдерҙе. Компанияның тәүге осоусы аппараттары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Америка Ҡушма Штаттары ҡаларында барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Һауа аша пассажирҙарҙы ыҡсым ғына, вертикаль рәүештә күтәрелгән һәм төшкән осоусы аппараттар ташыясағы күҙаллана. Яҡынса иҫәптәр буйынса, «осоусы» таксиҙа юл хаҡы бер саҡрымға 50 һум самаһы тәшкил итәсәк. Ул классик таксиҙағы бизнес-класс тарифынан саҡ ҡына ҡиммәтерәк.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «осоусы» такси сифатында Көйөргәҙе районында проектланған һәм етештерелгән бәләкәй габаритлы Rotor-fly («Ротор-флай») пассажирҙар вертолётын ҡулланырға мөмкин. Ротор-флайҙы уйлап сығарған конструкторҙар уның нигеҙендә шәп оса торған бәләкәй габаритлы вертолёт эшләй. Бының өсөн улар ҡатмарлы мәсьәләне сисә – горизонталь килеш осҡанда вертолёт ҡалаҡтарынының боролошо өсөн механизм уйлап сығарыу. Һынауҙар уңышлы үтһә, яңыртылған Rotor-fly горизанталь килеш сәғәтенә 560 саҡрым тиҙлектә осай аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика