Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.3
+0.45
94.78
+0.52
66.96
-0.03
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2017, 11:32

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тикшерелде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 26 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылда дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына һәм алдағы йылдарҙағы бурыстарға арналған ултырышын үткәрҙе.
Әле Башҡортостанда республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп өлкәләрен үҙ эсенә алған 25 дәүләт программаһы эшләй, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Быйыл «Киң коммуникация сараларын үҫтереү», «Сәнәғәтте үҫтереү һәм уның конкурентлыҡ һәләтен арттырыу», «Фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү» программаларын ҡабул итергә кәрәк.
– Беҙҙең социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһы уларҙың нисек үтәлеүенә бәйле, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2016 йылда төбәк бюджетының дөйөм сығымдарында программаларҙың сығым өлөшө 96,9 процент тәшкил итте. Был 2015 йылғы кимәлдән 10 процентҡа тиерлек күберәк.
Шуның менән бергә план күрһәткестәрен үтәү йәһәтенән артта ҡалған һәм бюджет аҡсалары яй үҙләштерелгән проблемалы йүнәлештәр ҙә бар. Мәҫәлән, «Физик культураны һәм спортты үҫтереү», «Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү», «Төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү» программалары буйынса маҡсатлы индикаторҙар 70 процентҡа өлгәшелгән. Һуңғы программа буйынса саралар 46 процентҡа ғына үтәлгән.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков республиканың дәүләт программаларын 2016 йылда тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаны. 2015 йыл менән сағыштырғанда, маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү кимәле 7,9 процентҡа артып, 83,5 процент тәшкил иткән.
Социаль йүнәлештә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡтың яҡланмаған категорияларына ярҙам, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә ете дәүләт программаһы эшләгән.
2016 йылда Стәрлетамаҡта, Фёдоровка һәм Ҡариҙел райондарында өс яңы мәктәп төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Был республикала ике сменала уҡытыу режимын 14,9 проценттан 12-гә тиклем ҡыҫҡартыуға йоғонто яһаны. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында 2 915 урын булдырылды, был 3-7 йәшлек балалар өсөн баҡсаларға сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе.
«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын ғәмәлгә ашырыу барышында былтыр 150 табип һәм 72 фельдшер ауыл еренә ҡайтарылған.
Иҡтисадтың реаль секторында ауыл һәм торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ, транспорт системаһы, төҙөлөш комплексы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өлкәләрендә туғыҙ дәүләт программаһы эшләгән.
– Ауыл хужалығы предприятиеларының үҫемлекселеккә, малсылыҡҡа, һөт етештереүгә, агросәнәғәт комплексының инфраструктура объекттарын төҙөүгә йүнәлтелгән сығымдарын субсидиялау буйынса саралар тулы күләмдә тормошҡа ашырылған, – тип хәбәр итте министр. – Дәүләт ярҙамы менән 229 аграрий 3,5 миллиард һумға 2,2 мең берәмек техника һатып алған.
Уҙған йылда халыҡты авариялы йорттарҙан күсереү буйынса сараларҙы бойомға ашырыуға 4,4 миллиард һум аҡса бүленгән, 6,5 меңдән ашыу кеше яңы сифатлы торлаҡҡа эйә булған. Шулай уҡ йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар өсөн 400 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөлгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 920 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, 738 ветеран яңы фатир алған. Етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға 815 миллион һум бүленгән, 843 бала йортло булған.
Транспорт системаһын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында 910 саҡрымдан ашыу юл япмаһы, 1 328 метр оҙонлоҡтағы күпер ремонтланған, 100 километр юл сафҡа индерелгән. Өҫтәүенә Асҡын, Борай, Бөрйән, Салауат һәм Учалы райондарында алыҫта урынлашҡан туғыҙ ауыл менән тәүлек әйләнәһенә автомобиль бәйләнеше тәьмин ителгән.
Доклад йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов планлаштырылған эштәрҙең барыһы ла тормошҡа ашырылмауын билдәләне.
Читайте нас: