Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.92
+1.08
9+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2017, 12:40
Башҡортостан эшләмәгән пенсионерҙарҙы уҡытыу өсөн 1,4 миллион һум субсидия аласаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе эшләмәгән пенсионерҙарҙы компьютер ғилеме нигеҙҙәренә өйрәтеүҙе субсидиялауға 1,4 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәк.
Йыл һайын Рәсәйҙең Пенсия фондынан эшләмәгән пенсионерҙарҙы компьютер менән ҡулланыуға өйрәтеү өсөн субсидия бүленә. Былтыр ул 1,5 миллион һумдан ашыу булды, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Эшләмәгән пенсионерҙарҙы компьютер грамоталылығына өйрәтеү ололарға дәүләт мәғлүмәт ресурстарына инеү өсөн яңы белем алырға мөмкинлек бирә. Рәсәйҙең Пенсия фонды сайтында «Граждандың шәхси кабинеты»нда хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алырға була.
Әлеге ваҡытта республикала 1,163 миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнә. Уларҙың 250 меңгә яҡыны эшләй.
Теги:
башҡортостан буйынса пенсия фонды
компьютер ғилеме
пенсионерҙар
Читайте нас: