12:12 (UTC+5), 26 Апреля 2017

Туймазы районында 19 ғаилә 18 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттарына эйә булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Туймазы районында тағы ла 19 ғаиләгә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн дөйөм суммаһы 18 миллион һумлыҡ таныҡлыҡ тапшырылды, тип хәбәр иттеләр муниципалитетта. Былтыр ҙа агросәнәғәт комплексы һәм социаль өлкәлә эшләгән 19 ғаиләгә дәүләт ярҙам күрһәтелгән. Биш йыл эсендә Туймазыла «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһында ҡатнашҡан 100 ғаилә субсидия алған.
2013 йылдан алып ошо программаны тормошҡа ашырыу барышында Райман ауылында 277 участкаға, Нөркәй, Кендек-Тамаҡ ауылдарының өс урамына газ үткәрелгән; Горный ауылы, Япрыҡ ауылының өс урамы, Илсембәт ауылының Таулы урамы һыу менән тәьмин ителгән; Түбәнге Троицк, Ҡандра, Собханғол, Иҫке Собханғол ауылдарында һыу үткәргес һалынған.
2014 йылдан алып әлеге программа сиктәрендә районда «Дуҫлыҡ ауылын комплекслы төҙөү һәм төҙөкләндереү» объекты һалына. Әлеге көндә 500 участкалыҡ ер массивында электр, газ, һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөлгән. 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика