12:51 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Төбәктә күп функциялы үҙәк ҡарамағындағы миграция үҙәге йыл аҙағына көн һайын 500-гә яҡын кешене ҡабул итә аласаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Күптән түгел Өфө районының Чесноковка ҡасабаһында асылған миграция үҙәге йыл аҙағына көн һайын 500-гә яҡын сит ил гражданын хеҙмәтләндерә аласаҡ. Әлеге ваҡытта үҙәктә көнөнә 20 кешене ҡабул итәләр. Бер аҙна эсендә бында 100 самаһы кеше хеҙмәтләндерелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, күп функциялы үҙәк ҡарамағындағы ошондай миграция үҙәге Башҡортостан биләмәһендә миграция өлкәһендәге проблемаларҙы комплекслы хәл итеү өсөн булдырылған. Уның эше төбәктә миграция өлкәһендәге хеҙмәттәр күрһәтеү тәртибен ябайлаштырыуға, сит ил вәкилдәренә патент алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында билдәләүҙәренсә, яңы миграция үҙәге патент алыуға документтар тапшырыу тәртибен күпкә еңеләйткән. Хәҙер бер бинала бөтә тейешле документтарҙы йыйып, ғариза тултырып, шунда уҡ бирергә лә мөмкин.
Азербайжан, Тажикстан, Үзбәкстан, Украина, Молдова граждандарына эшкә патент алыу мөһим. Патентҡа йәмәғәт тәртибен боҙмаған, судҡа һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылмаған, Рәсәй биләмәһендә рәсми рәүештә йәшәгән сит ил граждандары эйә була ала. Бынан тыш, улар һау-сәләмәт булырға, рус телен һәм Рәсәй тарихын яҡшы белергә тейеш.
Белешмә. Патент — Рәсәй Федерацияһына визаһыҙ килгән сит ил гражданының ваҡытлыса эшмәкәрлеккә хоҡуғын дәлилләгән берҙән-бер документ.
Эш биреүселәр ошо патент нигеҙендә сит ил граждандарын өҫтәмә рөхсәт ҡағыҙынан тыш эшкә йәлеп итә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика