07:07 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Башҡортостанда һалым һәм һалым булмаған килемдәр арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 апрелгә тиклем Башҡортостандың тупланма бюджеты (республика һәм урындағы бюджеттар) килемдәр буйынса 42 743,6 миллион һумға үтәлгән. Был уҙған йылдағы күрһәткестән 8,8 процентҡа күберәк.
Республиканың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, шуның 35 647,0 миллион һумын һалым һәм һалым булмаған килемдәр тәшкил иткән, йәғни йыллыҡ планға ҡарата 24,5 процент. Был 3 836,2 миллион һум, йәғни 2016 йылдың ғинуар-мартына ҡарағанда 12,1 процентҡа күберәк.
Төбәктә килемдәрҙе төп сығанаҡтары түбәндәгеләр: ойошмалар табышына һалым, физик берәмектәрҙең килеменә һалым, акциздар, мөлкәткә һәм дөйөм килемгә һалым.
Быйыл ғинуар-март айҙарында республиканың тупланма бюджеты сығымдары 32 230,9 миллион һум күләмендә финансланған.
Сығымдарҙың тармаҡ структураһында социаль өлкә ҙур урын биләй. Бөтә сығымдарҙың 82,5 проценты, йәғни 26 575,4 миллион һумы тап ошо тармаҡҡа тура килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика