08:07 (UTC+5), 25 Апрель 2017

Төбәктә журналистарҙың эш хаҡы билдәле булды

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса HeadHunter сайты Уралда һәм Себерҙә эшләгән журналистарҙың килем кимәлен баҫтырып сығарҙы.
«Әлеге ваҡытта күп кенә уҡыусылар журналистиканы киләсәктә эшләү өсөн иң ҡыҙыҡлы өлкәләрҙең береһе булараҡ билдәләй. Нәҡ шуға күрә лә юғары уҡыу йорттарында ошо йүнәлешкә конкурс һәр саҡ юғары. Ләкин һуңғы йылдарҙа киң мәғлүмәт сараларында хәлдәр бик үк яҡшынан түгел, был иһә артабан эшкә урынлашыу мөмкинлектәренә тәьҫир итмәй ҡалманы, — ти HeadHunter компанияһының Башҡортостандағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙуллина. — Мәҫәлән, әле республика буйынса «Сәнғәт, күңел асыуҙар, масс-медиа» өлкәһендә уртаса конкурс — бер урынға яҡынса ете резюме».
Уның һүҙҙәренсә, журналистикала күптәрҙе тышҡы ялтырауыҡ йәлеп итә, әммә бик аҙ уҡыусылар ғына уның ауыр, ҡайһы берҙә хатта хәүефле эш икәнлеген аңлай. Ошоно аңлау менән, кисәге журналистар «Маркетинг, реклама, PR», һатыуҙар йәки «Мәғлүмәт технологиялары» өлкәһен һайлай.
«Ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәрҙән сығып шуны әйтергә мөмкин: Башҡортостан журналистары араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Ә бына махсус белемлеләр 25 процент ҡына», — тип хәбәр итте Ольга Ғибәҙуллина.
Уралда журналистарға иң юғары хеҙмәт хаҡын Екатеринбург һәм Пермь ҡалаларында тәҡдим итәләр. Мәскәүҙә журналистың уртаса эш хаҡы — 45 мең һум. Екатеринбургта һәм Пермдә ул 30 мең, Төмәндә — 28 мең, Өфөлә 26 меңгә етә.
Силәбелә киң мәғлүмәт хеҙмәткәре — 25 мең, Ҡурғанда һәм Ханты-Манси автономиялы округында — 24,5 мең, Ямал-Ненец автономиялы округында 24 мең һумға иҫәп тота ала.
Башҡортостан ҡалаларында журналист хеҙмәте өсөн түләүгә килгәндә, мәҫәлән, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ул 24 мең һум тәшкил итә. Нефтекамала — 23,7 мең һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика