08:27 (UTC+5), 25 Апрель 2017

Республикала дәүләт хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү системаһы ҡайтанан ҡараласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда быйыл дәүләт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү системаһы ҡайтанан ҡараласаҡ, тип хәбәр итте РБК-Өфө сайтының майҙансығында уҙған матбуғат конференцияһында республика башлығы хакимиәтенең дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралыҡ етәксеһе Рөстәм Хәйҙәров.
Матбуғат конференцияһы «Кешелек капиталы менән идара итеү: 2030 йылға төбәк стратегияһы саҡырылышы» бишенсе төбәк-ара HR-форумы алдынан уҙҙы. Форум секцияларының береһе дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген дәлилләү һәм баһалау системаһына арналасаҡ.
Рөстәм Хәйҙәров билдәләүенсә, әлеге ваҡытта дәүләт органдарында эш хаҡын түләү һәм дәртләндереү механизмдары ғәҙәти шаблон буйынса ғәмәлгә ашырыла. Улар эшләнгән ваҡытҡа һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең индергән өлөшөнә бәйле түгел. Етәксенең ҡарары буйынса дәртләндереү сараһы ҡулланыла. «Беҙгә яңы һөҙөмтәлелекте күрһәтеү системаһы кәрәк, ул объектив һәм асыҡ булырға, юғарылағы етәксегә буйһонмаҫҡа тейеш», — тип иҫәпләй Рөстәм Хәйҙәров.
HR форумында дәүләт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләүҙе тәртипкә килтереү процесын башлап ебәреү күҙаллана. Ул Өфөлө 27-28 апрелдә үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика