02:34 (UTC+5), 25 Апрель 2017

Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһының TH Group компанияһы вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Нгуен Тхань Шон һәм TH Group компанияһы идаралығы рәйесе Тхай Хыонг етәкселегендәге корпорация вәкилдәре менән осрашты.
Яҡтар хеҙмәттәшлек перспективаларын һәм агросәнәғәт комплексында уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
- Агросәнәғәт етештереүе мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы беләм. Ауыл хужалығы – иҡтисадыбыҙ өсөн төп үҫеш нөктәләренең береһе. 2016 йылғы йомғаҡтар буйынса һөт етештереү йәһәтенән Рәсәйҙә икенсе урынды биләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә беҙ һөт тармағына яңы инвесторҙар йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Һөт етештереүҙә, уны эшкәртеүҙә һәм һатыуҙа потенциал ҙур. Әлбиттә, һеҙҙең республикала эшләүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҙебеҙҙең яҡтан бөтә йүнәлештәр буйынса булышлыҡ итәсәкбеҙ. Проекттарығыҙға, административ, ойоштороу йәһәтенән ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ.
- Экологик яҡтан таҙа һәм органик продукттар етештереү өсөн агропроизводствола юғары технологиялар ҡулланып, ауыл хужалығын үҫтерергә теләйем, – тип билдәләне Тхай Хыонг. – Мин Рәсәйҙе инвестицияларға булдым. Тәүге проекттарым Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә тормошҡа ашырыла. Премьер-министрығыҙ һәм коллегаларығыҙ менән осрашҡандан һуң Башҡортостанға килеү һәм һөт малсылығы өлкәһен инвестициялау теләге уянды.
Ферманы һәм һөт эшкәртеү буйынса заводты үҙ эсенә аласаҡ етештереү комплексын төҙөүгә 220 миллион доллар самаһы инвестиция талап ителә. Проекттың башланғыс ҡеүәте – 6 мең баш мал.
Тхай Хыонг республика Башлығы менән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булыу һәм тейешле ташламалар алыу перспективаларын, шулай уҡ һөҙөмтәһеҙ ауыл хужалығы биләмәләрен компанияға тапшырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Вьетнамдың Рәсәйҙәге илсеһе Нгуен Тхань Шон инвестиция проектының перспективаларын юғары баһаланы.
- ТН Group компанияһының инвестиция проекты республикала өсөнсө. Тәүге ике проект ике йыл элек Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә уңышлы эшләп китте. Концерн етәксеһе билдәләүенсә, проект республикала әүҙем үҫешәсәк һәм һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыласаҡ, сөнки илдәребеҙ араһында хеҙмәттәшлек алға бара, – тине Нгуен Тхань Шон. – Июнь аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың саҡырыуы буйынса дәүләт етәксеһе килә. Шулай уҡ ноябрҙә Рәсәй етәксеһенең рәсми рәүештә Вьетнамға барыуы күҙаллана. Ул илдәребеҙ араһында хеҙмәттәшлектең юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй.
2016 йылда Башҡортостандың Вьетнам менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 8,4 миллион доллар тәшкил итте, был сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. Экспорт структураһында төп урынды ғәҙәттәгесә синтетик каучук (дөйөм экспорт күләменән 97 процент) менән тәьмин итеү биләй. Импорттың төп тауарҙары – күндән эшләнгән сумкалар, оптик уҡыу ҡоролмалары, баш кейемдәре, кейем-һалым һәм уйынсыҡтар. Башҡортостан биләмәһендә Вьетнам капиталы ҡатнашлығында ойошторолған һәм сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, туризм өлкәһендә, пластмассанан, туҡыу, аҙыҡ-түлек изделиелары етештереүҙә мәшғүл 13 предприятие эшләй.
2009 йылда ойошторолған TH Group корпорацияһы Вьетнамдың төп һөт корпорацияларының береһе булып тора. Корпорация етәксеһе Тхай Хыонг 2015 йылда Азияның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы исемлегенә индерелгән.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика