12:18 (UTC+5), 25 Апрель 2017

Өфөлә йылға навигацияһы 29 апрелдә асыла – мэрия

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Өфөлә навигация осорон 29 апрелдә асыу күҙаллана. Өҙлөкһөҙ эшләү өсөн ҡаланың йылға кисеүҙәре хеҙмәте һигеҙ үҙйөрөшлө һәм биш үҙйөрөшлө булмаған судно әҙерләгән.
Караптарҙың техник торошо хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса тап килә.
Өҫтәүенә халыҡты ташыу навигациянан алдараҡ башлана. Йылға кисеүҙәре хеҙмәте суднолары кешеләрҙе һыу баҫҡан биләмәләрҙән алып сығасаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, йылға транспорты үҙенең социаль йүнәлешен һаҡлауын дауам итә. Быйыл граждандарҙың льготалы категориялары өсөн юл хаҡы — 15, башҡа пассажирҙар өсөн 25 һум буласаҡ. «Башҡортостандың социаль карталары» менән ҡулланыусыларға паромда йөрөү бушлай.
Былтыр июль айынан эске һыу транспортының «Дудкин — Йәшел Морон» пассажирҙар маршруты хеҙмәтләндерелә башланы. Уның оҙонлоғо — биш саҡрым. Ошо линияны хеҙмәтләндереү өсөн тариф һәр пассажирҙан 32 һум һәм льгота буйынса 16 һум күләмендә раҫланған. Башҡа маршруттарҙағы кеүек үк, бында ла «Башҡортостандың социаль картаһы» ҡулланыла.
Өфөлә навигация миҙгелен ябыу 16 октябргә билдәләнгән. Ләкин, һауа шарттарына ҡарап, был датаның үҙгәреүе лә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика