Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.92
+1.08
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Апрель 2017, 17:01

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды май байрамдарында пенсия таратыу графигын баҫтырып сығарҙы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе май байрамдарында почта элемтәһе ойошмаларының пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу графигын баҫтырып сығарҙы.
Пенсия таратыу 2 майҙа башлана һәм ваҡытынан алда тамамлана — 6 майҙа 9-ы өсөн бирелә. Байрам көндәрендә таратыуҙың аныҡ датаһы апрель айы квитанцияларында ла күрһәтелгән.
Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.
Әлеге көндә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе 1,163 миллиондан ашыу пенсионерға пенсия түләүҙе тәьмин итә. Уларҙың 57,3 проценты — кредит ойошмалары, 42,3 проценты «Рәсәй почтаһы» аша хеҙмәтләндерелә. Республикала пенсия түләү өсөн ай һайын 15,9 миллиард һум аҡса тотонола, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: