11:19 (UTC+5), 24 Апреля 2017

Республикала йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты аҡсаларын төҙөлә башлаған объекттарға һалырға теләгән өлөшсөләр һәм инвесторҙар өсөн махсус рәүештә ҡыҙыу элемтә асты.
Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә 173 төҙөүсе күп фатирлы йорт һалыу менән шөғөлләнә.
Дөйөм майҙаны 2,7 миллион квадрат метрлыҡ 482 күп фатирлы йорт төҙөлә башлаған. Был хаҡта төбәк Хөкүмәте ултырышында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итте.
Уның фекеренсә, граждандарҙың аҡсаларын маҡсатлы файҙаланыуҙы тикшереүҙән тыш, төҙөлөш барышында төҙөүселәрҙең эшенә контролде көсәйтергә кәрәк. Шуға күрә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар баҙарын тикшереү өсөн махсус ҡыҙыу элемтә асылды.
Ҡыҙыу элемтә телефоны: (347) 218-08-81. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика