Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2017, 13:00
Асылыкүлдә парк-курорт булдырыу күҙаллана
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республикалағы иң ҙур күл — Асылыкүл тирәләй туристик-рекреацион кластер булдырыу күҙаллана. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кластер күлде уратып алған Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк райондарын берләштерәсәк. Парк-курорт статусы туристарҙың сифатлы ялын тәьмин иткән объекттарҙың булыуын күҙ уңында тота. Улар — турбазалар, кемпингтар, аттракциондар, шифахана. Дәүләкәндә ведомство вәкилдәренең муниципалитет башлыҡтары менән эш кәңәшмәһендә парк-курорт булдырыу мәсьәләһе тикшерелде.
«Әлеге ваҡытта республикала туристик биләмәләрҙе үҫтереү кластер йүнәлеше буйынса алып барыла. Эске туризмдың концепцияһына ярашлы, ете туристик-рекреацион кластер билдәләнгән. «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» кластеры әүҙем үҫешә. Ошо хаҡта килешеү 2016 йылдың июнендә төҙөлгәйне. Быйыл апрель айында «Бөрйән» кластерын үҫтереү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйылды», — тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.
Теги:
туризм
кластерҙар
асылыкүл
Читайте нас: