10:27 (UTC+5), 21 Апреля 2017

Төбәктә ҡаҙнаға 77,5 миллиард һумдан ашыу һалым индерелгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Беренсе кварталда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 77,5 миллиард һум самаһы һалым түләнгән. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Шуның 41,04 миллиард һумы — федераль, 29,49 миллиарды республика ҡаҙнаһына йүнәлтелгән.
Керемдәрҙең өстән бер өлөшөнән күберәген файҙалы ҡаҙылмалар, шул иҫәптән нефть сығарыу өсөн һалым (25 миллиард һумдан ашыу), алкоголгә һәм тәмәкегә акциздар (13,3 миллиард), ойошмаларҙың табышына һалым (12,7 миллиард) тәшкил иткән. Шулай уҡ физик берәмектәрҙең килеменә (10,7 миллиард һум) һәм өҫтәлгән хаҡҡа (9,8 миллиард) һалымдар ҙур өлөш индерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика