03:57 (UTC+5), 21 Апрель 2017

Республикала 143 күп фатирлы йорт иң яҡшы исеменә дәғүә итә

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың 18 район-ҡалаһынан 143 йорт иң яҡшы күп фатирлы йорт конкурсында ҡатнашыуға ғариза тапшырған, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Конкурсҡа йомғаҡ 15 майҙа яһала. Комиссияға министрлыҡ, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты етәкселәре, муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ағзалары инә.
Республиканың 50 иң яҡшы йорто дипломдар һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Конкурстың шарттары буйынса, бүләк йортто һәм ихатаны ҡарауға йүнәлтелергә тейеш. Торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарарына ярашлы, алған аҡсаның 10 процентына тиклемге өлөшөн премия сифатында күп фатирлы йорт советы йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесенә түләргә мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика