02:28 (UTC+5), 21 Апрель 2017

Башҡортостанда урындағы башланғыстар менән булдырылған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү проекттарын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Республика Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, булышлыҡ итеү формаларына үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, проекттарҙы балл системаһы менән баһалау бөтөрөлдө. Төрлө проектта ҡатнашыусыларҙың өҫтәмә финанслау йәһәтенән хоҡуҡтары тигеҙләнде. Республика ҡаҙнаһынан субсидиялар бүлеү эшенә һәм килешеү төҙөүҙән баш тартыу мөмкинлегенә аныҡлыҡ индерелде.
«Башҡортостан Республикаһының дәүләт финанстары һәм бурыстары менән идара итеү» программаһы сиктәрендә 300 миллион һум күләмендә аҡса раҫланған.
Халыҡ урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән проекттарҙа әүҙем ҡатнаша: улар үҙҙәре өсөн мөһим булған объектты төҙөкләндереү йәки йүнәтеү проектын тәҡдим итеп, шуның өсөн аҡса һала. Өфөлә быға оҡшаш программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә баш ҡала депутаттары 31 проект тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика