12:00 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Республиканың Күп функциялы үҙәге ҡарамағында Миграция үҙәге асылды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә Миграция үҙәге эш башланы. Унда сит ил граждандары дәүләт хеҙмәттәре менән файҙалана ала. Үҙәк Өфө районының Чесноковка ҡасабаһында урынлашҡан.
Миграция үҙәге республика биләмәһендә хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырырға рөхсәт иткән патентты рәсмиләштереү өсөн документтар ҡабул итә. Азербайжан, Тажикстан, Үзбәкстан, Украина, Молдова граждандарына эш өсөн патент алыу мөһим, тип хәбәр итте Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Патентҡа йәмәғәт тәртибен, административ хоҡуҡтарҙы боҙмаған, судҡа тарттырылмаған, Рәсәй биләмәһендә рәсми рәүештә көн күргән сит ил граждандары эйә була ала. Шулай уҡ уларҙың урыҫ телен һәм Рәсәй тарихын яҡшы белеүе, һау-сәләмәт булыуҙары зарур.
Белешмә. Патент - Рәсәй Федерацияһына визаһыҙ килгән сит ил граждандарының ваҡытлыса эшмәкәрлеккә хоҡуғын дәлилләгән берҙән-бер документ. Патент нигеҙендә эш тәҡдим иткән юридик йәки физик берәмектәр сит ил граждандарын өҫтәмә рөхсәт ҡағыҙынан тыш эшкә йәлеп итә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика