11:03 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Республикала «Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау» программаһында ҡатнашыусыларҙы льготалы кредитлау башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау буйынса пилот проектында ҡатнашыусыларҙы льготалы кредитлау эше ойошторола. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республиканың Дәүләт Йыйылышы ултырышында белдерҙе.
«Аҡса йыйыу осоро тамамланды, һәм хәҙер алты процентлыҡ льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин», — тине премьер-министр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, программа алты йыл буйына банкта аҡса йыйыуҙы һәм һуңынан 6-7 процентлыҡ ставка буйынса ипотека алыуҙы күҙ уңында тота. Әле республика халҡы ете меңдән ашыу ошондай вклад асҡан. Был Рәсәйҙә бындай проекттар буйынса абсолют рекорд. Ҡатнашыусыларҙың иҫәбендә тупланған аҡсаның дөйөм күләме 1,2 миллиард һум самаһы тәшкил итә.
Эксперттар баһалауынса, 2017 йылдан республиканың торлаҡ баҙарында керемдәр 6,5 миллард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
20 апрелдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика