18:01 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Башҡортостан Хөкүмәте халыҡтын килем кимәлен арттырырға ниәтләй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте халыҡтың килем кимәлен арттырыу өсөн минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумы кимәленә этаплап еткереү йәһәтенән саралар комплексын ғәмәлгә ашырасаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда хәбәр итте.
«Әлбиттә, Рәсәй Президентының «май» указдарының үтәлешенә өлгәшергә кәрәк. Шулай уҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Инвалидтарҙы һәм халыҡтың башҡа ауыр хәрәкәт иткән төркөмдәрен эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. Эш эҙләп мөрәжәғәт иткән граждандарҙың 38 проценты эшкә урынлашырға тейеш», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Хөкүмәте рәйесе.
Кисә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 1 июлдән хеҙмәт хаҡының минималь күләме 7,8 меңгә тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр итте. Алдағы йылдарҙа илдә минималь эш хаҡын эшләүсенең йәшәү минимумы кимәленә еткереү күҙаллана.
Дмитрий Медведев әйтеүенсә, минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын тигеҙләү өсөн «бөтә мөмкинлектәр ҙә бар».
20 апрелдә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эше һөҙөмтәләре буйынса отчет тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика