08:29 (UTC+5), 19 Апреля 2017

2019 йылға республикала федераль юлдар яҡшыртыласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина /. 2019 йылға Башҡортостан биләмәһе буйлап үткән федераль трассаларҙың 90 проценты тиерлек яҡшыртыласаҡ. Ошо хаҡта юлдар төҙөү һәм ремонтлау миҙгеленең башланыуы буйынса брифингта «Урал буйы» юл идаралығы етәксеһе Рәмил Сенжапов хәбәр итте. Ағымдағы йылда 46 участканы һәм объектты йүнәтеү күҙаллана – ул 300 саҡрым самаһы юл һәм 1202 погон метр яһалма ҡоролма: күпер, юл үткәргес, мал үткәргес, һыу үткәреү торбалары. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 9,4 миллиард һум аҡса бүленгән.
2010 йылда федераль милеккә тапшырылған Р-240 юлында – Ырымбур трассаһында башҡараһы эштәр күп. Ул йүнәтеүгә айырыуса мохтаж. Быйыл йылы миҙгелдә «Европа — Көнбайыш Ҡытай» маршрутына ингән Өфө районынан Стәрлетамаҡҡа тиклем 84 саҡрымдан ашыу юлды яңыртыу ҡарала.
Шулай уҡ Р-240 юлында хәрәкәт хәүефһеҙлеге өсөн Булгаков ҡасабаһы сиктәрендә 2,5 саҡрым күсәрле барьер ҡойма ҡуйыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика