04:57 (UTC+5), 18 Апреля 2017

Росстат төбәктә уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының уртаса эш хаҡын атаны

Карина Камаева
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Росстат 2016 йылдың ғинуар-декабре өсөн айырым категориялағы социаль өлкә һәм фән хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫып сығарҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостанда уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 26 242 һум тәшкил итә. Волга буйы федераль округында уҡытыусылар уртаса 25 814 һум эшләй. Татарстанда уртаса эш хаҡы – 28 942 һум, округта иң юғары эш хаҡы Пермь крайы педагогтарында – 29 835 һум, иң түбәне – Сыуаш Республикаһында – 20 882.
Мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 22 298 һум тәшкил итә, Татарстанда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре уртаса 26 293 һум ала, Мари Илендә – 17 992.
Башҡортостанда табиптарҙың уртаса эш хаҡы 42 922 һумға тиң, күрше Татарстанда медицина хеҙмәткәрҙәре уртаса 39 832 һум ала, Мари Иле республикаһы табиптарының эш хаҡы Волга буйы федераль округындағы уртаса дәүмәлдән түбәнерәк – 31 683. Башҡортостанда урта медицина хеҙмәткәре уртаса 23 514 һумлыҡ эш хаҡына эйә.
Социаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостанда уртаса 20 083 һум түләйҙәр. Волга буйы федераль округында социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең иң бәләкәй эш хаҡы – Киров өлкәһендә – 13 098 һум.
Республиканың мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре уртаса 18 676 һум эшләй, Пермь крайында – 23 051, Мари Иле республикаһында – 13 797.
Ғилми хеҙмәткәрҙәр беҙҙең төбәктә 37 856 һум ала, Волга буйы федераль округы субъекттары араһында ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренең иң юғары эш хаҡы Ульяновск өлкәһендә (67 257), иң түбәне – Пенза өлкәһендә (21 043).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика