01:58 (UTC+5), 18 Апрель 2017

Рөстәм Хәмитов республиканың газ-транспорт системаһы эше менән танышты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, унда республиканың газ-транспорт системаһы эше менән танышты.
Етештереү-технологик элемтәһе һәм диспетчер идаралығы корпусы фойеһында төбәк етәксеһенә «Башҡортостанда Газпром» корпоратив альянс эшмәкәрлегенә арналған видеороликты күрһәттеләр. Уға төбәк биләмәһендә эшләүсе «Газпром» төркөмөнөң 11 предприятиеһы һәм партнёры инә. Улар иҫәбендә – «Газпром трансгаз Өфө», «Газпром нефтехим Салауат»», «Газпром ПХГ», «Газпромбанк» һәм башҡа компаниялар.
Рөстәм Хәмитов булған «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең диспетчер үҙәгендә ысын ваҡыт режимында предприятие объекттарында мониторинг һәм технологик процестарҙы контролдә тотоу мөмкинлеге биргән етештереү-диспетчер идаралығы системаһы булдырылған.
«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа газ үткәргестәрен телемеханизациялау, газ бүлеү станцияларын, газ ҡыуыу агрегаттарын, компрессор цехтарын һәм станцияларын автоматлаштырыу, юғары тиҙлектә сүс-оптик элемтә линиялары магистрален, һанлы радиореле элемтә линияларын төҙөү һәм сафҡа индереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Ул технологик процестар менән заманса автоматлаштырылған идара итеү системаһын булдырырға мөмкинлек бирҙе, нәҡ шул яңы диспетчер үҙәгенең төп элементы булып тора.
Видеоконтроль системаһын ҡулланыу – үҙәк эшенең иң мөһим өлөшө. Уның ярҙамында капиталь ремонт, төҙөлөш һәм реконструкция объекттарында эштең барышына өҙлөкһөҙ мониторинг алып барыла. Видеоконтроль эштәрҙе тамамлау ваҡытын боҙмау буйынса хәүефте кәметергә һәм оператив хәл итеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.
Бөгөнгө көнгә был «Газпром» эшләгән төбәктәрҙә иң яҡшы системаларҙың береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шамил Шәрипов.
- Эшегеҙ ғәйәт ҙур, ҡыҙыҡлы һәм, аңлауымса, «Газпром» өсөн – алдынғы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы газ ҡыуыу агрегаты составында ҡулланылған «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең АЛ-31СТ двигателенең ныҡлылығын арттырыу буйынса эш һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды. Етештереүсе завод менән берлектә комплекслы сараларҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә, уның һөҙөмтәһендә Өфө двигателенең ныҡлы булыу күрһәткесе юғары кимәлдә ҡала, тип хәбәр итте Шамил Шәрипов. Рәсәй газ-транспорт предприятиеларында талап ителәсәк һөҙөмтәле һәм ныҡлы двигатель алыу был эштең мөһим бурысы булып тора, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика